Көнбайыш Гат тауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Гат тауҙары[2] (һинд पश्चिमी घाट), Сахьядри (һинд सह्याद्रि) — Һиндостандың көнбайышындағы тауҙар теҙмәһе. Ул Декан яҫы таулығының көнбайыш сиге буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙыла, ул яҫы таулыҡты Ғәрәбстан диңгеҙенең тар ғына яр буйы тигеҙлегенән айырып ята. Тауҙар теҙмәһе Гуджарат һәм Махараштра сигендә, Тапти йылғаһынан көньяҡтараҡ башлана, Махараштра, Гоа, Карнатака, Тамилнад һәм Керал штаттары аша яҡынса 1600 километр үтеп, Каньякумарҙа, Һиндостандың көньяҡ сигендә тамамлана. Көнбайыш Гат тауҙарының яҡынса 60 проценты Карнатакта урынлашҡан.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Көнбайыш Гат тауҙары | |
һинд पश्चिमी घाट | |
Дәүләт | Һиндостан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Гуджарат[d], Махараштра[d], Гоа[d], Карнатака[d], Керала[d] һәм Тамилнад[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:30[d] |
Иң юғары нөктә | Анай-Муди[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2695 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | базальт, Латерит[d] һәм эзбизташ |
Эра | юрский период[d] һәм Кайнозой |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Оҙонлоҡ | 1600 km |
Киңлек | 100 km |
Майҙан |
160 000 км², 795 315 гектар |
Содержит | Сурат, Мумбай, Пуна, Колхапур[d], Сирси[d], Шимога[d], Чикмагалур[d], Мангалор[d], Мадикери[d], Кожикоде[d], Ироду[d], Коимбатур[d], Палаккад[d], Поллачи[d], Кочин[d], Коттаям[d], Тенкаси[d], Тирунелвели[d] һәм Тривандрам[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ix)[d][1] һәм (x)[d][1] |
Көнбайыш Гат тауҙары Викимилектә |
Ябырға
Тауҙар 60 000 км² ерҙе биләй, уртаса бейеклеге — 1200 м, иң бейек нөктәһе — Анай-Муди (2695. м.).