Макроиҡтисад
иҡтисад теорияһы бүлеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Макроиҡтисад ( бор. грек. μακρός — «оҙон», «ҙур», οἶκος — «өй» һәм νόμος — «ҡанун») — иҡтисад теорияһы бүлеге; иҡтисадты дөйөм, иҡтисад системаһының бер бөтөн булараҡ эшләүен, иҡтисади күренештәр йыйылмаһы булараҡ өйрәнеүсе фән. Төбәк, милли һәм глобаль иҡтисадтарҙы үҙ эсенә ала [1][2].
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Ҡапма-ҡаршыһы ...
Макроиҡтисад | |
Өйрәнеү объекты | эске тулайым продукт, инфляция, Иҡтисад үҫеүе һәм Иҡтисад циклдары[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | микроэкономика[d] |
Макроиҡтисад Викимилектә |
Ябырға
Термин Рагнар Фриш тарафынан тәүге тапҡыр 1934 йылдың 14 авгусында ҡулланылған. Хәҙерге заман макроиҡтисад теорияһына нигеҙ һалыусы булып «Дөйөм мәшғүллек теорияһы, процент һәм аҡса» китабы авторы Джон Мейнард Кейнс иҫәпләнә (1936, ингл. The General Theory of Employment, Interest, and Money).[3]