Муниципаль берәмек
урындағы үҙидаралыҡ ғәмәлгә ашырыла торған тораҡ территория / From Wikipedia, the free encyclopedia
Муниципаль берәмек — Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡ ғәмәлгә ашырыла торған тораҡ территория. Урындағы үҙидаралыҡ урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[1][2].
2014 йылдың майынан Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте муниципаль берәмектәрҙең ете төрөн ойоштороуҙы күҙҙә тота. Муниципаль берәмектәр Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ойошторола, бөтөрөлә йәки үҙгәртелә. Бер төрҙәге муниципаль берәмектәр икенсе төрлөләрҙең составына инә. Муниципаль берәмектәр Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында бар.
Рәсәйҙә майҙаны буйынса иң ҙур муниципаль берәмек — Таймыр Долган-Ненец муниципаль районы, халыҡ һаны буйынса — Новосибирск ҡалаһы ҡала округы.