Мөхәммәт Али
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөхәммәт Али (ингл. Muhammad Ali; тыумыштан Кассиус Марселлус Клей, ингл. Cassius Marcellus Clay; 17 ғинуар 1942 йыл — 3 июнь 2016 йыл) — Американың юғары ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған профессиональ боксёры, донъялағы иң билдәле боксёрҙарҙың береһе.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Мөхәммәт Али | |
Muhammad Ali | |
Зат | ир-ат[1][2][3][…] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары[4] |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Cassius Marcellus Clay, Jr. |
Ҡушамат | The Greatest, The Louisville Lip һәм The Greatest |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Cassius Clay |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[5][6][7][…] |
Тыуған урыны | Луисвилл[d], Кентукки[d], Америка Ҡушма Штаттары[5] |
Вафат булған көнө | 3 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[5][7][8][…] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Скотсдейл[d], Марикопа[d], Аризона, Америка Ҡушма Штаттары[9] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | респираторное заболевание[d] |
Ерләнгән урыны | Кейв-Хилл-Нешнел-Семетери[d] |
Атаһы | Кассиус Марселлус Клей[d] |
Әсәһе | Одесса Греди Клей[d] |
Бер туғандары | Рахман Али[d] |
Хәләл ефете | Sonji Roi[d], Халила Али[d], Вероника Порше Али[d] һәм Yolanda Williams[d] |
Балалары | Maryum Ali[d], Muhammad Ali Jr.[d], Ханна Ясмин Али[d], Лейла Али[d] һәм Rasheda Ali[d] |
Туған тел | американский вариант английского языка[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | американский вариант английского языка[d] |
Һөнәр төрө | боксёр |
Уҡыу йорто |
Колледж Санта Моники[d] Central High School[d] |
Кемдә уҡыған | Jhoon Rhee[d] һәм George Dillman[d] |
Тренер | Анджело Данди[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 11 декабрь 1981 |
Йәшәү рәүеше | мистицизм[d] |
Сәләмәтлек торошо | болезнь Паркинсона[d][10] һәм Дислексия[d] |
Квалифицирован для | тяжёлый вес в боксе[d] |
Спорт төрө | Бокс |
Спорт дисциплинаһы | Бокс |
Рабочая нога | Левосторонняя стойка[d][11] |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1960[d] |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Columbia Records[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Суффикс поколения | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Бейеклеге/буйы | 191 сантиметр[12] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 876 455 |
Мөхәммәт Али Викимилектә |
1960 йылғы XVII Йәйге Олимпия уйындарында ярым уртаса ауырлыҡ категорияһы буйынса чемпион, юғары ауырлыҡ буйынса абсолют донъя чемпионы (1964—1966, 1974—1978). «Йыл боксёры» (алты тапҡыр — 1963, 1966[13], 1972, 1974, 1975, 1978) һәм The Ring журналы версияһы буйынса «Ун йыллыҡтың боксёры» (1960) исемен яулаған; Sports Illustrated (1974) журналы версияһы буйынса тарихта «Йыл спортсыһы» наградаһына лайыҡ булған икенсе боксёр, бер нисә спорт баҫмаһы версияһы буйынса «Быуат спортсыһы» тип танылған. Карьераһын тамамлағандан һуң Бокс даны залына (1987) һәм Халыҡ-ара боксёрлыҡ даны залына (1990) индерелгән. Сағыу оратор[14]. «Рокки» фильмы серияларында Аполло Крид персонажының прототибы.
1964 йылдың 25 февралендәге Сонни Листон менән булған чемпион көрәшенән һуң «Ислам милләте» ойошмаһына инә һәм исемен тәүҙә Кассиус Икс итеп (ингл. X Cassius), һуңынан Мөхәммәт Али тип үҙгәртә, артабан шул исем аҫтында сығыш яһай. Карьераһы үрендә АҠШ армияһында хеҙмәт итеүҙән баш тарта, шунлыҡтан бөтә титулдарынан да мәхрүм ителә һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙан өс йылдан ашыуға ситләтелә. Спортҡа ҡайтыу менән шул ваҡыттағы иң яҡшы боксёрҙар менән көрәшеп, донъя чемпионы исемен үҙенә кире ҡайтара. Алиҙың Джо Фрейзер менән ҡапма-ҡаршы торошо спорт тарихында иң танылғандарҙың береһенә әйләнә. порт карьераһын тамамлағандан һуң хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ЮНИСЕФ-тың изге ихтыяр илсеһе (1998—2008).