Нәдир шаһ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нәдир-шаһ Афшар (фарс. نادر شاه — Nâdir Šâh), шулай уҡ Нәдир-ҡули хан, уларҙың вәкилдәре XV быуатта ҡыҙылбаштар ҡәбиләһе менән берләшеп[5], Хөрәсәнгә үзбәк һөжүмдәрен кире ҡағып торорға Сәфәүиҙәр ебәргән булған[6]. Нәдир Шаһтың яулап алыу һуғыштары нигеҙендә ҙур империя барлыҡҡа килгән, унда Иран менән Әзербайжандан тыш провинция йәки вассал сифатында Әрмәнстан, Грузия, өлөшләтә Дағстан, Афғанстан, Белуджистан, Хиуа һәм Бохара ханлығы ингән. 1737—1738 йй. Нәдир шаһ Төньяҡ Һиндостанға йүнәлә һәм 1739 йылда Делиҙы — Бөйөк моголдар империяһының баш ҡалаһын баҫып ала[7], әйткәндәй, ул да төрки дәүләт була.
Нәдир шаһ | |
фарс. نادر شاه | |
Герб | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Афшаридская империя[d] |
Тыуған көнө | 22 октябрь 1688({{padleft:1688|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2][3] или 6 август 1698({{padleft:1698|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) |
Тыуған урыны | Деррегез[d], Сәфәүиҙәр дәүләте |
Вафат булған көнө | 19 июнь 1747({{padleft:1747|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4] |
Вафат булған урыны | Кучан[d], Афшаридская империя[d] |
Ерләнгән урыны |
Мавзолей Надир-шаха[d] Мәшһәд |
Бер туғандары | Ибрахим-хан[d] |
Хәләл ефете | Разия-султан[d] |
Балалары | Реза Кули-мирза[d], Насрулла-мирза[d] һәм Йозеф фон Семлин[d] |
Нәҫеле | Афшариды[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Шаһ һәм Император |
Хәрби звание | генерал[d] |
Нәдир шаһ Викимилектә |
Нәдир шаһ үҫкәндә Исламдың шиғыйҙар фирҡәһе йүнәлешендә тәрбиәләнгән[8], артабан дингә битараф ҡалған[9]. Ил башына килгәс, ул дәүләт дине булараҡ шиғыйлыҡтан баш тарта һәм бик еңеләйтеп уның яңы формаһын индерә. Имам итеп алтынсы Джафар әс-Садиҡ ҡуйылырға тейеш була[10]. Сәфәүиҙәр кеүек үк, Нәдир шаһ төрки әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә[11]. Уның исеме — نادر (nādir) — ғәрәпсәнән «һирәк осрар», «үҙе бер башҡа» тип тәржемә ителә.