Педагогика
тәрбиәләү һәм уҡытыу тураһындағы фән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Педаго́гика («тәрбиә сәнғәте»; бор. грек. παῖς — баланы, «παιδος» — үҫмерҙе «ἄγω» — алып барам һүҙҙәренән) — башлыса бала һәм үҫмер саҡта кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу тураһындағы фән[1].
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Ҡайҙа өйрәнелә ...
Педагогика | |
Өйрәнеү объекты | Мәғариф |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | educommunication[d] |
Педагогика Викимилектә |
Ябырға
Педагогиканың предметы — шәхесте тәрбиәләү, уҡытыу һәм ғилем биреү шарттарында алдан билдәләнгән йүнәлеш буйынса үҫтереү һәм формалаштырыу буйынса бер бөтөн педагогик процесс. Педагогика объекты — аңлы рәүештә һәм маҡсатҡа ярашлы алып барылған тәрбиә процессы. Педагогика объекттары булып кеше шәхесенең маҡсатҡа ярашлы эшсәнлеге процесында уның үҫешенә сәбәпсе булған ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар тора. Был хәл-ваҡиғалар ғилем биреү тип атала, йәғни педагогиканың объектив ысынбарлыҡты өйрәнгән өлөшө.