Психология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Психоло́гия (от бор. грек. ψυχή «душа, „йән“; характер», «ҡылыҡ»[1]; λόγος «учение», фән) — фән өлкәһе[2], ул кешеләрҙең һәм кеше төркөмдәренең психикаһы һәм психик эшмәкәрлегенең килеп сығыу, үҫеш һәм эшләү законлылыҡтарын өйрәнә. Психология —гуманитар һәм тәбиғәт фәндәрен берләштергән фән[3].
Психология | |
Өйрәнеү объекты | кеше ҡылығы[d], психическое состояние[d], психизм[d], психика[d], видимые продукты функционирования психики[d] һәм психические свойства[d] |
---|---|
Модель элементы | раздел психологии[d], психологическая терминология[d] һәм психологическая методология[d] |
Вики-проект | Проект:Психология и психиатрия[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1 569 362 |
Stack Exchange сайты | psychology.stackexchange.com |
Ҡапма-ҡаршыһы | псевдопсихология[d] |
Психология Викимилектә |
Уның өлкәләре:
- фундамента́ль психология, психик эшмәкәрлектең факт, механизм һәм закондарын асыҡлай,
- ғәмәли психология (прикладная), психик хәлдәрҙе тәбиғи шарттарҙа өйрәнә (фундаменталь психологияға таяна),
- практик психология — психология буйынса белемде тормошта ҡулланыу[3].
Ғәмәли психология психиатрияға һәм психотерапияға ныҡ бәйле. Психиатрия — кеше психикаһы боҙолоуын асыҡлап, уны дауалау менән шөғөлләнә. Психотерапияның маҡсаты— кеше психикаһына һәм психика аша организмына тәьҫир итеп, булған эмоциональ, шәхси һәм социаль характерҙағы проблемаларҙан арындырыу. Хәҙерге заманда психотерапия менән мауығыусылар ҙа, уны алдаҡ фән тип атаусылар ҙа бар .
Психологияның өйрәнеү даирәһе булып психика тора, өлөшләтә ҡылыҡты өйрәнеү аша булдырыла. Фәнни методтарға нигеҙләнеп, психология дөйөм принциптарҙы аныҡлау һәм конкрет осраҡтарҙы өйрәнеү кеүек, туранан-тура маҡсаты булып индивидты һәм төркөмдәрҙе аңлау, ошоларҙың күбеһе, һөҙөмтә булараҡ, йәмғиәткә файҙа килтереүгә йүнәлтелгән. Был өлкәлә профессиональ практикты йәки ғилми өйрәнеүсене психолог тип атайҙар,һәм шулай уҡ ул социолог, ҡылыҡтар өйрәнеүсе ғалим, йәки когнитив ғалим тип классификацияланыла. Психологтар индивидуаль һәм социаль ҡылыҡ, психик функцияларҙы аңларға тырышалар, һәм шулай уҡ когнитив функциялар (төшөнөү функциялар, йәки икенселәй, белеп кисереү функциялары) һәм ҡылыҡ нигеҙҙәрендә ятыусы физиологик һәм нейробиологик процесстарҙы өйрәнәләр.