СССР Юғары Советы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Советтар Союзы Юғары Советы (СССР Юғары Советы) — 1938—1989 йылдарҙа Совет Социалистик Республикалар Союзының юғары дәүләт органы, вәкәләтлек һәм закон сығарыу органы . 1938 — 1991 йылдарҙа эшләй. 1938—1989 йылдарҙа сессияларға йылына ике тапҡыр икешәр көнгә йыйылған [2]), 1989—1991 йылдарҙа СССР-ҙың даими эшләүсе закондар сығарыу власть органы булып тора.
- ВС СССР бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: ВС СССР (мәғәнәләр).
Верховный Совет Союза Советских Социалистических Республик | |
Тип | |
---|---|
Тип |
двухпалатный Совет |
Государство | |
Палаты |
Совет Союза и Совет Национальностей[1] |
История | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1936 год |
Бөтөрөлгән ваҡыты |
1991 год |
Алдан килеүсе |
Съезд Советов СССР и ЦИК СССР |
Дауамсы |
Межпарламентская ассамблея СНГ и Верховные Советы бывших союзных республик:
|
Руководство | |
Председатель Верховного Совета |
Анатолий Лукьянов |
Председатель Совета Союза |
Константин Лубенченко |
Председатель Совета Национальностей |
Рафик Нишанов |
Структураһы | |
Ағзалар |
от 542 (12 созыв) до 1556 (9 созыв) |
Һуңғы һайлауҙар |
прямым тайным безальтернативным голосованием (1937—1989), |
Юғары Советтың закондар сығарыу, өлөшләтә башҡарма һәм контроль итеү хоҡуғы ла булған. СССР Юғары Советы тарафынан сығарылған закондар хоҡуҡ сығанағы булып торған; Юғары Совет коллектив дәүләт башлығы булып иҫәпләнгән ( сессиялар араһында Юғары Советтың закон сығарыу, вәкәләтлек һәм башҡа функцияларын Юғары Совет Президиумы үтәгән). 1989 йылдан СССР Юғары Советы рәйесе бер үҙе илдең башлығы булып иҫәпләнә башлай [3],1990 -1991 йылдарҙа — СССР президенты.
1930-се йылдарҙа СССР Юғары Советы өсөн « Советтар һарайы» төҙөргә йыйынғандар,тик ул төҙөлмәй ҡала. СССР Юғары Советы Мәскәүҙә Кремлдә урынлаша.СССР Юғары Советы Президиумы рәсейенең ҡабул итеү бүлмәһе Мәскәүҙә Моховая урамы (Карл Маркс проспекты) менән( 4/7 һанлы йортта) Воздвиженка урамы ( Калинин проспекты) киҫелешендә була.