Сағыштырмалыҡ теорияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сағыштырмалыҡ теорияһы — физик арауыҡ-ваҡыт теорияһы, йәғни физик процестарҙың универсаль арауыҡ-ваҡыт үҙенсәлектәрен тасуирлаусы теория[1]. Термин 1906 йылда Макс Планк тарафынан махсус сағыштырмалыҡ теорияһында (һуңғараҡ дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһында ла) сағыштырмалыҡ принцибының әһәмиәтен күрһәтеү маҡсатында индерелә. Ҡайһы берҙә «релятивистик физика» төшөнсәһе урынына ҡулланыла[прим. 1].
Киң мәғәнәлә сағыштырмалыҡ теорияһы махсус һәм дөйөм сағыштырмалыҡ теорияларын үҙ эсенә ала. Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы (МСТ) теге йәки был процесты тикшергәндә тартылыу ҡырҙарын иғтибарға алмауҙы рөхсәт итә; ә дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы (ДСТ) — Ньютон тартылыш теорияһын дөйөмләштереүсе тартылыш теорияһы[1]. Тар мәғәнәлә иһә сағыштырмалыҡ теорияһы тигәндә махсус сағыштырмалыҡ теорияһын күҙҙә тоталар.
Физика тарихында сағыштырмалыҡ теорияһы тигән термин Эйнштейндың, Минковскийҙың һәм уларға эйәреүселәрҙең ҡараштарын Лоренц һәм Пуанкаре ише уларҙың элгәрҙәренең ҡараштарынан айырыу өсөн дә ҡулланылғылай. [2].