Себер татарҙары теле
тел / From Wikipedia, the free encyclopedia
Себер татарҙары теле, татар теленең көнсығыш, себер татарҙары диалекты (татар. себер татарлары теле, үҙ атамаһы себ. татарча, себер татар теле[1][8], татарца[9], себер тел, себертатарца, сыбыр тел, сыбырца[4], параба, бараба[10], яүштә, чат, цат, калмак[11][4][12]) — себер татарҙарының туған теле.[4]
Себер татарҙары теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
татарча, себер татар теле[1][2], татарца[3], себер тел, себертатарца, сыбыр тел, сыбырца[4], параба, бараба[5], яүштә, чат, цат, калмак[6] |
---|---|
Илдәр | |
Регионы |
Ҡурған өлкәһе, Төмән өлкәһе, Омск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Томск өлкәһе, Кемерово өлкәһе |
Был телдә һөйләшеүселәр |
100 000 |
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба |
юҡ |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
сиб 594 |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-3 |
sty[7] |
Был телдә Википедия | |
Себер татарҙары теле өс диалектҡа бүленә: тубыл-иртыш, бараба һәм томск диалекттары. Татар теленең Себерҙә таралған был диалекттары, татар һәм башҡорт телдәре менән бергә үҙ-ара бик яҡын булған төрки телдәрҙең бер төркөмөн тәшкил итәләр. Шул уҡ ваҡытта татар теле юғалыу ҡурҡынысы булмаған телдәр араһына керһә, башҡорт теле лә сағыштырмаса стабиль тел булып һанала, әммә хәүефле булып тора, әммә Волга буйы татар теле менән тығыҙ бәйле төрки себер татар теле ҡурҡыныс аҫтында, был уның ауыл ерлегендә йәшәүселәр араһында ғына таралыуы менән бәйле.[13]
2013 йылдан башлап ноябрь-декабрь айҙарында себер татар теле байрамы уҙғарыла[14].