Селевкиҙар дәүләте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Селевкиҙар дәүләте, ҡайһы берҙә Сүриә батшалығы[1]Селевкиҙар империяһы (боронғо грек:Βασιλεία τῶν Σελευκιδῶν, Basileía tōn Seleukidōn ) — Селевктың һәм уның вариҫтарының эллинистик монархияһы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең империяһы тарҡалған саҡта барлыҡҡа килә. Александр Македонскийҙың ғәскәр башлыҡтары— диадохтар килешеүе һөҙөмтәһендә Селевк I Вавилония сатрапияһын ала, ә һуңынан бер нисә һуғыш һөҙөмтәһендә элекке Искәндәр Зөлҡәрнәй дәүләтенең Яҡын Көнсығыштағы биләмәләренең күпселеген баҫып ала. Шул заман кешеләре уны империя ла, батшалыҡ та тип атаған.
Селевкиҙар дәүләте | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 312 |
---|---|
Рәсми тел | боронғо грек теле[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Селевкиҙар дәүләте |
Административ үҙәк | Селевкия[d], Вавилон һәм Антиохия[d] |
Идара итеү формаһы | монархия |
Дәүләт башлығы вазифаһы | Царь государства Селевкидов[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Царь государства Селевкидов[d] |
Халыҡ һаны | 35 000 000 кеше |
Сиктәш | Хасмонейское царство[d] |
Алмаштырылған | Парфия батшалығы |
Ҡулланылған тел | боронғо грек теле[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 63 |
Майҙан | 4 000 000 км² |
Рәсми дине | боронғо грек дине[d] |
Селевкиҙар дәүләте Викимилектә |
Дәүләттең үҙәге булып Яҡын Көнсығыш тора, иң ҡеүәтле осоронда уның эсенә Кесе Азия, Сүриә, Финикия, Фәләстин, Месопотамия, Иран, Урта Азия һәм хәҙерге Пакистан ерҙәре инә. Б. э. т. I быуатҡа Селевкиҙар дәүләте территорияһы әҙәйә һәм уға хәҙерге Сүриә менән Ливан ғына инә.
Селевкиҙар дәүләте эллинизмдың иң мөһим үҙәге, грек һәм фарсы мәҙәни традициялары араһында бәйләнеш булдырыусы аралашсы була. Грецияға экспансия башлап, был империя Рим Республикаһы армияһы менән осраша һәм бер нисә еңелеүгә дусар була. Һөҙөмтәлә беҙҙең эраға тиклем II быуат уртаһына илдең көнсығыш өлөшөн Митридат I етәкселегендәге Парфия баҫып ала. Селевкиҙар беҙҙең эраға тиклем 83 йылда әрмән батшаһы Тигран II илде баҫып алғанға тиклем Сирия һәм Финикияла хакимлыҡ итеүен дауам итә. Әрмән батшаһы Селевкиҙар дәүләтен тулыһынса юҡҡа сығара. Селевкиҙар династияһынан батшабикә Клеопатра Селена I б.э.т. 69 йылда әрмән батшаһы бойороғо буйынса әсирлеккә алына һәм язалана[2]. Б. э. т. 64 йылда Селевкиҙар дәүләте территорияһының көнбайыш өлөшө Римдың Сүриә провинцияһына әйләндерелә.
Хәҙерге сығанаҡтар, мәҫәлән, лоялистарың Илиондан Антиох I хөрмәтенә указы грек телендә Селевкиҙар дәүләтен империя (архе) һәм батшалыҡ (базилея) тип билдәләй. Шулай уҡ, хаким Селевкиҙар «Вавилондағы батшалар» тип һүрәтләнә [3].Б. э. т. II быуаттан башлап боронғо яҙыусылар Селевкиҙар династияһынан хакимды «Сүриә короле»[3] , «Азия Хужаһы» [3] һәм башҡа атамалар менән йөрөтә; хаким Селевкиҙар үҙҙәрен Сүриә батшаһы итеп атағанын Менофил улы Антигон яҙмаһынан белеп була, ул үҙен «Сүриә короле Александрҙың адмиралы» тип атаған. Хаким тип ул Александр Баласты йәки Александр II Забинасты атай.