Тауыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йорт тауығы[1] (лат. Gallus gallus, ҡайһы саҡ — Gallus gallus domesticus[2][Комм. 1], йәки Gallus domesticus; ингл. misnomer)[3]; ата ҡош — әтәс, бала ҡоштар — себештәр) — йорт хайуандарының иң киң таралған төрө, Көньяҡ һәм Көнсығыш Һиндостанда, Һинд-Ҡытайҙа, Малай архипелагы утрауҙарында таралған ҡырағай тауыҡтарҙан килеп сыҡҡан. Оҙайлы тарихи осорҙа кеше тарафынан бик күп тоҡом тауыҡтары килтереп сығарылған. Тауыҡтар иң файҙалы төрлө аҙыҡ төрө биреүсе йорт ҡошо булараҡ айырыла. Уны ит, йомортҡа өсөн аҫырайҙар, шулай уҡ ҡауырһынын һәм мамығын да файҙаланалар.
? Йорт тауығы | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Gallus gallus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
|
Даль иҫәпләүенсә, урыҫ телендә ку́ра, ку́рита, ку́рета, ку́рка, ку́рочка тигән атамалары бар[4]. Халыҡта тарылған фекергә ҡарамаҫтан, тауыҡ ахмаҡ ҡош түгел. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, улар һанай, теле бар һәм үҙ-ара яҡшы аралаша. Тауыҡтарҙың тормошо тураһында күп мәғлүмәттәр өйрәнелмәгән[5][6].
Продукция алыу йүнәлеше буйынса йомортҡа һәм ит тауыҡтарына бүленәләр.