Тригонометрия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тригономе́трия (бор. грек. τρίγωνον «өсмөйөш» һәм μετρέω «үлсәйем» һүҙҙәренән, йәғни өсмөйөштәрҙе үлсәү) — математиканың, тригонометрик функцияларҙы һәм уларҙың геометрияла өсмөйөштәрҙе сығарыу өсөн ҡулланылышын өйрәнгән бүлеге[1]. Был термин тәүге мәртәбә 1595 йылда немец математигы Бартоломеус Питискустың китабы атамаһы булараҡ ҡулланыла. Шулай ҙа фән үҙе бик борондан астрономияла, геодезияла (Ерҙең формаһын һәм үлсәмдәрен өйрәнеүсе фән), архитектурала иҫәпләүҙәр өсөн ҡулланыла.
Тригонометрия | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | геометрия треугольника[d] |
Тригонометрия Викимилектә |
Тригонометрик иҫәпләүҙәр геометрияның, физиканың һәм инженер эшенең бөтә өлкәләрендә лә ҡулланыла. Астрономияла алыҫ булмаған йондоҙҙарға тиклем, географияла ориентирҙар араһындағы алыҫлыҡты үлсәргә, спутниктарҙың навигация системаларын контролләргә мөмкинлек биргән триангуляция техникаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ тригонометрияның музыка теорияһы, акустика, оптика, финанс баҙарын анализләү, электроника, ихтималлыҡ теорияһы, статистика, биология, медицина (ультратауышлы тикшереү (УЗИ) һәм компьютер томографияһын да индереп), фармацевтика, химия, һандар теорияһы (һәм, эҙемтә булараҡ, криптография), сейсмология, метеорология, океанология, картография, физиканың күп бүлектәре, топография һәм геодезия, архитектура, фонетика, иҡтисад, электрон техника, машиналар төҙөү, компьютер графикаһы, кристаллография кеүек өлкәләрҙә ҡулланылыуын да билдәләп китергә кәрәк.