Тура мөйөшлө координаталар системаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тура мөйөшлө координаталар системаһы — яҫылыҡта йәки арауыҡта үҙ-ара перпендикуляр күсәрле тура һыҙыҡлы координаталар системаһы. Иң ябай һәм йыш ҡулланылыусы координаталар системаһы. Теләһә ниндәй үлсәмле арауыҡ өсөн бик еңел һәм тура дөйөмләштерелә, был да уның киң ҡулланылыуына булышлыҡ итә.
Бәйле терминдар: күсәрҙәрендә бер төрлө масштаблы тура мөйөшлө координаталар системаһын ғәҙәттә декарт системаһы тип атайҙар (Рене Декарт исеме менән аталған), ә дөйөм декарт координаталар системаһы тип аффиналар координаталар системаһын (тура мөйөшлө түгел) атайҙар[1].