Фарсы әҙәбиәте
Фарсы телендәге яҙма әҫәрҙәр тупланмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фарсы әҙәбиәте (фарс. ادبیات فارسی adabiyāt-i fārsi) — һуңғы ике мең ярым йыл дауамында барлыҡҡа килгән фарсы телендәге яҙма әҫәрҙәр тупланмаһы, ислам диненә тиклемге осорға ҡараған күп өлөшө юғалтылған. Фарсы әҙәбиәтенең тамырҙары боронғо Фарсия әҙәбиәтенә барып тоташа. Хәҙерге Иран территорияһы һәм Үҙәк Азияның электән фарсы телле булған төбәктәре Фарсияға ҡараған. Мәҫәлән, Фарсияның ҙур һөйөү ҡаҙанған шағиры[1][2][3][4][5] Жәләлетдин Руми Вахшта[6][7] (хәҙерге Тажикстан территорияһындағы ҡасаба) тыуған, фарсы телендә ижад иткән, ул заманда Сәлжүк солтанлығының баш ҡалаһы булған Коньяла йәшәгән. Ғәзнәүиҙәр Үҙәк һәм Көньяҡ Азияла ҙур территорияларҙы баҫып ала һәм, фарсы теленә күсеп, уны һарай теле сифатында файҙалана. Ошо сәбәпле Ирандан, Әзербайжандан, Тажикстандан, Афғанстандан һәм Үҙәк Азия менән Кавказ аръяғының төрлө төбәктәренән сыҡҡан фарсы әҙәбиәте бар. Шул уҡ ваҡытта бөтә фарсы әҙәбиәте лә фарсы телендә яҙылмаған. Айырым авторҙар фекеренсә, фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәре араһында грек, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә ижад иткән этник фарсыларҙың әҫәрҙәре лә бар.
Фарсы әҙәбиәте кешелектең иң бөйөк әҙәбиәттәренең береһе һанала[8]. Фарсы әҙәбиәтенең тамырҙары урта фарсы һәм боронғо фарсы телдәрендә яҙылған әҫәрҙәргә китә. Боронғо фарсы телендә яҙылған әҫәрҙәр беҙҙең эраға тиклем 522 йылға (Әһәмәниҙәр осороноң иң боронғо яҙмаһы һаналған бисүтун яҙмаһы ла ошо йылдыҡы) ҡарай. Беҙҙең көндәргә килеп еткән фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәренең төп өлөшө беҙҙең эраның 650 йылы тирәһендәге Фарсияға ислам дине ингәндән һуңғы осорға ҡарай. 750 йылда власҡа Ғәббәсиҙәр килгәс, фарсылар Ислам империяһының кәтиптәре һәм бюрократтары булып китә, яҙыусылар һәм шағирҙар ҙа улар араһынан сыға. Яңы фарсы әҙәбиәте Хөрәсәндә һәм Мавараннаһрҙа тыуа һәм сәскә ата, сөнки сәйәси сәбәптәр арҡаһында иран династияларынан Таһириҙар һәм Сәмәниҙәр Хөрәсәндә йәшәй[9].
Фарсылар фарсы телендә лә, ғәрәп телендә лә яҙған, ләкин һуңғыраҡ осор әҙәби даирәләрендә фарсы теле өҫтөнлөк иткән. Фирҙәүси, Саади, Хафиз Ширази, Руми һәм Ғүмәр Хәйәм кеүек фарсы шағирҙары бөтә донъяға билдәле һәм күп илдәрҙең әҙәбиәтенә йоғонто яһаған.