Фән
кеше эшмәкәрлегенең ысынбарлыҡ тураһындағы объектив белемдәрҙе булдырыусы һәм системалаштырыусы өлкәһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фән (шулай уҡ ғилем) — кеше эшмәкәрлегенең ысынбарлыҡ тураһындағы объектив белемдәрҙе булдырыусы һәм системалаштырыусы өлкәһе. Факттарҙы йыйыу, даими яңыртыу һәм системалаштырыу, тәнҡитле анализ һәм ошоноң нигеҙендә яңы белемдәр йә дөйөмләштереүҙәр синтезлау был эшмәкәрлектең нигеҙе булып тора, быларҙың һәммәһе күҙәтелеүсе тәбиғәт йә йәмғиәт күренештәрен тасуирлап ҡына ҡалмай, прогнозлауҙың һуңғы маҡсаты менән бәйләүсе сәбәп-эҙемтә сынйырын да төҙөшә. Факттар йә тәжрибәләр менән раҫланған гипотезалар тәбиғәт йә йәмғиәт ҡанундары булараҡ формалаштырыла [5]. Фән киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлектең бөтә шарттарын һәм компоненттарын үҙ эсенә ала: фәнни хеҙмәттең бүленешен һәм кооперациялашыуын; фәнни учреждениеларҙы, эксперименталь һәм лаборатор ҡорамалдарҙы; ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген; төшөнсә һәм категориялар аппаратын; фәнни мәғлүмәт системаһын; быға тиклем йыйылып килгән бөтә фәнни белемдәр тупланмаһын. Фән ғилеме — фәнде өйрәнеүсе фән.
Фән | |
Ҡайҙа өйрәнелә | метафән[d], scientonomy[d], фән ғилеме[d], фән һәм технологияны өйрәнеү[d], эпистемология, фән фәлсәфәһе[d] һәм фән социологияһы[d] |
---|---|
Продукция | Белем |
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | data.europa.eu/euodp/en/… |
Һештег | science[1] |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[2] |
Mastodon серверының URL |
fediscience.org mstdn.science[3] scicomm.xyz[4] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d], исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | фән-тышы[d], псевдофән[d] һәм Антисциентизм[d] |
Фән Викимилектә |