Шумер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шуме́р [1] — Көньяҡ Месопотамияның (хәҙерге замандағы Ираҡтың) тарихи өлкәһендәге халколит һәм башланғыс бронза дәүерендәге беренсе ҡала цивилизацияһы. Донъяның беренсе цивилизацияһы булыуы ла мөмкин.[2]
Б. э. тиклем IV мең йыллыҡта бында тәүяҙманың башланғысы барлыҡҡа килә. Урук һәм Джемдет-Наср ҡалаларының иң боронғо яҙмалары яҡынса б. э. тиклемге 3300 йыл менән даталана. Шына яҙыуҙың иң боронғо формалары б. э. тиклем яҡынса 3000-се йылдарында барлыҡҡа килгән.
Хәҙерге заман тарихсыларының фекеренсә, Месопотамияның көньяғында шумерҙарҙың тәүге утыраҡтары б. э. тиклем 5500 һәм 4000 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Был фекерҙе агглютинатив изолятлы шумер телендәге ҡалалар, йылғалар һәм шундай атамалар иҫбатлап тора.
Был осорҙа йәшәүселәр шумер булғандармы, юҡмы, быныһы билдәһеҙ, бары тик уларҙың Убейд мәҙәниәтен йөрөтөүселәр булыуы билдәле. Ә был мәҙәниәт үҙ нәүбәтендә Месопотамияның төньяҡ өлөшөндәге (Ассириялағы) Самарр мәҙәниәтенән үҫешеп сыҡҡан. Убейдтар (уларҙы тәүге евфратлылар тип тә йөрөтәләр) бер генә шумер текстарында ла телгә алынмаһалар ҙа, тап уларҙы хәҙерге заман тарихсылары Шумерҙағы тәүге цивилизация көсө тип һанай, сөнки улар һаҙлыҡтарҙы киптергән, ауыл хужалығы, сауҙа һәм һөнәрселек менән, шул иҫәптән туҡымалар туҡыу, тире-күндән, металдан әйберҙәр эшләү менән, көршәк яһау, таштан йорттар һалыу менән шөғөлләнғән.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ғалимдар тәү евфрат теленең булыуы һәм шумер теле был төбәктәге тел субстратынан барлыҡҡа килгән тигән гипотезаны инҡар итә. Улар фаразлауынса,шумер теле башта Убейд мәҙәниәтенең теле булмаған, ә Көнсығыш Аравияның һаҙлыҡлы ярҙарҙа йәшәгән һәм Аравияның бифациаль мәҙәниәтенә ҡараусы һунарсылар һәм балыҡсыларҙың теле булған. Шумер телендәге хаҡ, иң дөрөҫ яҙмалар Эн-Мебарагеси (яҡынса б. э. тиклемге 26 быуат) идара иткән осорҙа килеп сыға. Юрис Заринс иҫәпләүенсә, шумерҙар боҙлоҡ дәүерендә һыу аҫтында баҫылып ҡалған Көнсығыш Аравияның яр буйҙарында йәшәгән.
Төп шумер цивилизациһы Урук осоронда (б. э. тиклемге 4 мең йыллыҡ) формалаша, өҫтәүенә тарих аренаһына ул, әйтерһең дә бер ниндәй ҙә тәутарих эпохаһын үткәрмәгән кеүек, тулыһынса формалашҡан көйө килеп инә. Ләкин б. э. тиклем 3 мең йыллыҡта аккад телендә һөйләшеүсе шумер һәм семиттар мәҙәниәтенең синтезы барлыҡҡа килә. Шумер һәм аккад телдәренең бер-береһенә йоғонтоһо лексик үҙләштереүҙән башлап, синтаксик, морфологик һәм фонологик конвергенцияларҙың барлыҡ өлкәләрендә лә күренә. Ошо күренештәрҙән сығып, ғалимдар шумер һәм семит телдәренең берләшмәһе б. э. тиклемге 3 мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән тигән гипотезаны постулатлай. Яҡынса б. э. тиклемге 2270 йылдарҙа (ҡыҫҡаса хронология) Шумер семит телле Аккад батшалары тарафынан баҫып алынған, тик шулай ҙа шумер теле байтаҡ ваҡыт изге тел статусын һаҡлап ҡала алған.
Шумерҙар Ураның Өсөнсө династияһы (яҡынса б. э. тиклемге 2100–2000 йылдарҙа) ваҡытында хакимлыҡты үҙ ҡулына төшөрә, ләкин уларҙың хакимлығы семит-аморейҙар һәм эламиттар тарафынан юҡҡа сығарыла.