Электромагнит нурланыш
электромагнит ҡыры тайпылышының (үҙгәргән хәленең) арауыҡта таралыуы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Электромагнит тулҡындар / электромагнит нурланыш — электромагнит ҡыры тайпылышының (үҙгәргән хәленең) арауыҡта таралыуы.
Ҡыҫҡа факттар Асыусы йәки уйлап табыусы, Асыу датаһы ...
Электромагнит нурланыш | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Генрих Рудольф Герц[d][1] |
---|---|
Асыу датаһы | 13 ноябрь 1886[1] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Электромагнит нурланыш Викимилектә |
Ябырға
Электр зарядтары тарафынан һәм уларҙың хәрәкәте ваҡытында электромагнит ҡырҙар барлыҡҡа килә, ә алмаш электромагнит ҡырҙарҙың хәрәкәт итеүсе зарядтарҙан иң алыҫҡа таралырға һәләтле булған һәм хәрәкәт барышында иң яй һүнеүсән өлөшө нурланыш тип йөрөтөлә.
Электромагнит тулҡындар түбәндәгеләргә бүленә:
- радиотулҡындар (үтә оҙондарҙан башлап),
- терагерцлы нурланыш,
- инфраҡыҙыл нурланыш,
- күренеүсән яҡтылыҡ,
- ультрафиолет нурланыш,
- рентген нурланышы һәм гамма-нурланыш (һүрәтте ҡарағыҙ).
Электромагнит нурланыш бөтә төр мөхиттә таралырға һәләтле. Вакуумда (электромагнит тулҡындарҙы йотоусы йә сығарыусы матдәнән һәм есемдәрҙән азат арауыҡта) электромагнит нурланыш һис һүрелмәйенсә теләһә күпме алыҫлыҡтағы арауыҡтарға тарала, әммә матдәле арауыҡта ла ярайһы уҡ һәйбәт таралған осраҡтары була.