Элементар киҫәксә
состав өлөштәргә тарҡалмаусы микрообъекттар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Элементар киҫәксә — состав өлөштәргә бүленмәй торған, субйәҙрә күләмендә иң бәләкәй микрообъекттарҙың йыйнағыс термины[1].
Элементар киҫәксә | |
Антикиҫәксә | элементар киҫәксә |
---|---|
Фундаменталь тәьҫир итешеүҙәр | гравитация |
Ҡайһы бер элементар киҫәксәләр (электрон, нейтрино, кварктар һ.б.) әлеге мәлгә структураһыҙ тип иҫәпләнә һәм беренсел фундаменталь киҫәксәләр тип ҡарала[2]. Башҡа элементар киҫәксәләр (составлы киҫәксәләр, шул иҫәптән атом йәҙрәһен хасил иткән киҫәксәләр — протондар һәм нейтрондар) ҡатмарлы эске төҙөлөшкә эйә, шуға ҡарамаҫтан бөгөнгә уларҙы бүлгеләп булмай.
Антикиҫәксәләрҙе лә индереп, әлеге ваҡытҡа 350-нән ашыу элементар киҫәксә асылған. Улар араһында фотон, электронлы һәм мюонлы нейтрино, электрон, протон һәм уларҙың антикиҫәксәләре тотороҡло. Ҡалған элементар киҫәксәләр экспоненциаль законға ярашлы яҡынса 1000 секундтан алып (ирекле нейтрон өсөн) секундтың бик бәләкәй киҫегенә тиклем (резонанстар өсөн 10−24-тән 10−22-гәсә с) ваҡыт эсендә үҙҙәренән-үҙҙәре тарҡалалар.
Элементар киҫәксәләрҙең төҙөлөшөн һәм тәртибен элементар киҫәксәләр физикаһы өйрәнә.
Бөтә элементар киҫәксәләр берҙәйлек принцибына (бер төргә ҡараған бөтә элементар киҫәксәләр үҙенсәлектәре буйынса бар Ғаләмдә тулыһынса бер иштәр) һәм корпускуляр-тулҡын дуализмы принцибына (һәр элементар киҫәксәгә де-Бройль тулҡыны тап килә) буйһона.
Бөтә элементар киҫәксәләр бер-береһенә әүерелеү үҙенсәлегенә эйә. Был үҙенсәлек уларҙың тәьҫирләшеүенең көслө, электромагнит, көсһөҙ, гравитацион төрҙәренән килеп сыға. Был әүерелештәр энергия, импульс, хәрәкәт һаны мәле, электр заряды, барион заряды һаҡланыу закондары һәм башҡа ҡанундар менән тыйылмаған осраҡта бара.
Элементар киҫәксәләрҙең төп тасуирламалары: масса, спин, электр заряды, йәшәү ваҡыты, йоплоҡ, G-йоплоҡ, магнит мәле, барион заряды, лептон заряды, сәйерлек (составында s-кварк булған киҫәксәләр), изотопик спин, CP-йоплоҡ, заряд йоплоғо.