Эль-Ниньо
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эль-Ни́ньо (исп. El Niño — сабый ир бала, малай) йәки Көньяҡ осцилляция (ингл. El Niño/La Niña — Southern Oscillation, ENSO) — Тымыҡ океандың экватор өлөшөндә һыуҙың өҫкө ҡатламының климатҡа ярайһы уҡ көслө йоғонто яһай торған температура тирбәлеше.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Тарыраҡ мәғәнәлә Эль-Ниньо — Көньяҡ осцилляцияның йылынған өҫкө ҡатлам һыуҙарының көнсығышҡа күсеүенән торған фазаһы. Был осорҙа пассаттар көсһөҙләнә йәки бөтөнләй тынып ҡала, Тымыҡ океандың көнсығышында, Перу ярҙары буйында, апвеллинг әкренәйә. Осцилляцияның ҡапма-ҡаршы фазаһы Ла-Нинья (исп. La Niña — сабый ҡыҙ бала, ҡыҙсыҡ) тип атала. Осцилляцияның ғәҙәти оҙайлығы — 3—8 йыл, ләкин Эль-Ниньоның көсө һәм дауамлылығы ғәмәлдә төрлө була. Әйтәйек, 1790—1793, 1828, 1876—1878, 1891, 1925—1926, 1982—1983 һәм 1997—1998 йылдарҙа Эль-Ниньоның бик ҡеүәтле фазалары теркәлгән, ә, мәҫәлән, 1991—1992, 1993, 1994 йылдарҙа был күренеш йыш ҡабатлана һәм көсһөҙ була. Эль-Ниньо 1997—1998 йй. айырыуса көслө була һәм донъя йәмәғәтселеге менән матбуғаттың иғтибарын йәлеп итә. Шул осорҙа уҡ Көньяҡ осцилляция менән климаттың глобаль үҙгәрештәре араһындағы бәйләнеш хаҡында теориялар тарала. 1980-се йылдар башынан алып Эль-Ниньо шулай уҡ 1986—1987 һәм 2002—2003 йылдарҙа ла хасил була.