Эстондар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эстондар (рус. эстонцы, эст. eestlased) — балтик буйы-фин халҡы, уларҙың күпселек өлөшө Эстонияла йәшәй. Дөйөм һаны — яҡынса 1,1 млн кеше, шул иҫәптән Эстонияла — 925 меңгә яҡын (2012). Теле — эстон, фин-уғыр тел ғаиләһенең Балтик буйы-фин төркөмөнә ҡарай.
XVIII—XIX быуатҡа тиклем эстон халҡы үҙҙәрен maarahvas тип атаған, был һүҙмә-һүҙ «ер халҡы» тигәнде аңлата, йәғни игенселәр[1]. Еestlane термины латинсанан килә: Aesti — Тациттың «Германия» трактатында алыҫ Балтик диңгеҙ ярында йәшәгән халыҡ шулай тип аталған[2]. Урта быуаттарҙа Рустә эстондарҙың ата-бабаларын чудь тип атағандар[3].
Антропологик яҡтан Көнсығыш Балтика һәм атлантика-балтика расаларына һәм улар араһындағы күсеш типтарға ҡарайҙар[4].
XXI быуат башына ҡарата эстон халҡы динлелек йәһәтенән планетала иң һуңғы рәттәрҙә тора. Эстондарҙың 14 проценты ғына, дин уларҙың тормошонда мөһим урын биләйме, тигән һорауға ыңғай яуап бирә, уларҙың 26 проценты атеист булып тора (Европала 5-се урын)[5][6]; дин тотоусылары башлыса лютерандар һәм православтар[7].