Ҡытай календары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡытай календары ике төр календары менән күрһәтелгән: ҡояш (ауыл хужалығы) һәм ҡояш-ай. Һуңғыһы ике вариантта билдәле: бигерәк тә Көнсығыш Азияла популяр булған Ся календары (ҡыт. 夏, Ся династияһы исеме буйынса аталған) — йылды яҙ миҙгеле буйынса һанай; һәм шулай уҡ Чжуань календары (ҡыт. 顓頊曆, Цинь династияһын нигеҙләүсе Чжуань-сюй исеме буйынса аталған) — йылды көҙ миҙгеле буйынса һанай.
Календарь | |||
---|---|---|---|
Календарь хаҡында мәғлүмәт | |||
Календарь төрө |
Ай-ҡояш | ||
Календарь эраһы |
Кәсибәләрҙе өҫтәү |
||
| |||
Башҡа календарҙар | |||
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон |
Хәҙерге Ҡытайҙа шулай уҡ ҡулланышҡа григориан календары индерелгән, әммә ай календары, элекке замандағы һымаҡ, бөтә урындарҙа ла традицион байрамдарҙың ваҡытын билдәләү өсөн ҡулланыла: «Яҙ байрамы» (Ҡытай Яңы йылы), Көҙ уртаһы байрамы һәм башҡаларҙы, шулай уҡ теге йәки был ауыл хужалығы эш төрҙәрен башлау ваҡытын билдәләү өсөн файҙаланыла. Ай календары буйынса «Яҙ байрамы» (Яңы йыл) үҙгәреүсән һәм йыл һайын «Тәүге яңы ай» көнөнә тура килә. Яңы йылдың килеп етеүе тип ҡышҡы ҡояш торошонан (21—22 декабрь) һуң, 1645 йылдан 2644 йылға ҡәҙәр 21 ғинуарҙан иртәрәк һәм 21 февралдән һуң булмаған икенсе яңы ай һанала[1] (мәҫәлән, 4713 ҡыҙыл маймыл йылы 2016 йылдың 8 февраленән 2017 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам итә). Ся календарына ярашлы, «Яҙ башланыу» йыл һайын 4, 5 йәки 6 февралгә тап килә.
Ся календарын мантик маҡсаттарҙа ла, мәҫәлән, никах тантанаһын уҙғарыуҙың, учреждениеларҙы асыуҙың һ.б. иң уңайлы көнөн һайлауҙа, шәхсән «яҙмыш картаһын» (мин шу 命书) иҫәпләүҙә ҡулланалар.
Ҡытайҙа григориан календарын «стандарт» (公曆 gōnglì), «көнбайыш» (西曆 xīlì) йәғни "ҡояш" (日曆 rìlì) календары тип атайҙар. Григориан календары индерелгәндән һуң уны шулай уҡ - яңы, ә ай календарын иҫке тип исемләйҙәр.