Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап (урыҫса Великая пролетарская культурная революция, ҡытайса 無產階級文化大革命, ябай 无产阶级文化大革命, пиньин телендә: Wúchǎn Jiējí Wénhuà Dà Gémìng, палл.: Учань цзецзи вэньхуа да гэмин, ҡыҫҡаса文化大革命 Вэньхуа да гэмин йәки 文革 Вэньгэ) — 1966—1976 йылдарҙа Ҡытайҙа Коммунистар партияһы (ҠКП) Рәйесе Мао Цзэдун йәйелдергән һәм шәхсән идара иткән идея-сәйәси кампаниялар йыйылмаһы. Ул Ҡытай Халыҡ Республикаһында «капитализмдың яңынан тергеҙелеү» мөмкинлеге, «эске һәм тышҡы ревизионизм менән көрәшеү» һылтауы менән сәйәси оппозицияның абруйын төшөрөү һәм уны юҡ итеү, үҙенең шәхси хакимлеген урынлаштырыу маҡсаттарын ҡуя.
«Мәҙәни инҡилап»тың төп сәбәптәре: 1) Мао Цзэдундың социалистик йәмғиәттә синфы көрәш әһәмиәтен абсолютлаштырыуы; 2) уның көсәйә барған шәхес культының нәҡ ошо осорҙа иң юғары кимәлгә етеүе; 3) Ҡытай Коммунистар партияһында лидерлыҡ өсөн көрәштә юғары етәкселәр, шул иҫәптән Линь Бяо, Кан Шэн, Цзян Цин (Маоның ҡатыны) һәм башҡалар тарафынан Мао Цзэдундың «һул» ҡараштарын, уның шәхес культын һәм идара итеүҙәге бер башлыҡлылыҡ стилен үҙ маҡсаттарында шәхси властарын көсәйтеү өсөн әүҙем файҙаланыуы.[1]
«Мәҙәни инҡилап» зыялыйҙарға ҡаршы киң масштаблы сәйәси золомға, Ҡытай коммунистар партияһының, йәмәғәт ойошмаларының (Ҡытай Коммунистик йәштәр союзының (КСМК), һөнәри союздарҙың, пионер ойошмаларының һәм башҡаларҙың) тарҡатылыуына, мәҙәниәт һәм мәғарифкә ғәйәт ҙур зыянға, феодаль ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар менән көрәш лозунгыһы аҫтында мәҙәни ҡомартҡыларҙың юҡ ителеүенә, тышҡы сәйәсәттең үҙгәреүенә һәм илдә Советтар Союзына ҡарата ныҡ кире уй-ҡараштарҙың ҡырҡа көсәйеүенә алып килә.
«Мәҙәни инҡилап» атамаһын тәү тапҡыр ағалы-энеле Гординдар үҙҙәренең «Анархизм манифесы»нда 1917 йылдың майында ҡуллана. Совет осорондағы сәйәси телмәргә ул В. И. Лениндың «Кооперация тураһында» исемле хеҙмәтенән 1923 йылда инеп китә: «Мәҙәни инҡилап — ул... ысын боролош, халыҡ массаларының мәҙәни үҫешендәге тотош осор».[2].