Һауа торошо
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һауа торошо — билдәле бер ваҡытта теге йәки был киңлек нөктәһендә күҙәтелгән метеорологик элементтар һәм атмосфера күренештәренең торошо. Һауа торошо төшөнсәһе — ағымдағы атмосфера торошона ҡарай. «Климат» атмосфераның оҙайлы ваҡыттағы торошон белдерә. Һауа торошо термины менән ерҙәге һауа торошон да аңлаталар. Һауа күренеше түбәнге ҡатламда (тропосфера) һәм ер өҫтөндәге барлыҡ һыу ҡатламында (гидросфера) билдәләнә. Һауа торошон атмосфера баҫымы, температураһы һәм дымлылығы һәм елдең көсө, йүнәлеше, болотлолоҡ, яуым-төшөм, томан, буран, йәшен һәм башҡа метереологик элементтар менән һүрәтләргә була. Һауа торошо өҙлөкһөҙ үҙгәреп тора, был үҙгәреште бер нисә көн арыһында ғына түгел, хатта бер нисә минут эсендә лә тойорға була. Үҙгәреп тороу төрлөсә була, мәҫәлән ваҡыт-ваҡыт үҙгәреп торғаны даими характерҙа була, сөнки ул ерҙең үҙ күсәрендәге әйләнешенә (тәүлек үҙгәреше) һәм ҡояш тирәләй (йыллыҡ үҙгәреш) әйләнешкә бәйле.
Ер өҫтөндәге тәүлек үҙгәреше нығыраҡ һиҙелә, сөнки ул ер өҫтөндәге температураның үҙгәрешенә, ә ҡалған метеорологик элементтар һауа температураһына бәйле. Йылылыҡ үҙгәрештәре миҙгел алышыныуында сағыла. Тропик булмаған киңлектәрҙә нығыраҡ һиҙелгән периодик булмаған үҙгәрештәр, атмосфера циркуляцияһы һауа массаларының күсеүе менән билдәләнә. Периодик һәм периодик булмаған үҙгәрештәр фазаһының тура килмәүе, һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә килтерә. Һауа массаларын ерҙең бер өлкәһенән икенсеһенә күсергәндә, улар үҙҙәренә хас булған һауа торошон да күсерә. Юғары булғанда, һауа торошоноң периодик булмаған үҙгәрештәре кәмей. Авиация өсөн ағым йүнәлеше менән бәйле ҡапыл көсәйгән ел иҫәбе һәм турбулентлыҡ мөһим.[1].