Һуғышыусы батшалыҡтар осоро
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һуғышыусы батшалыҡтар осоро (ҡыт. ғәҙәти 戰國時代, ябайл. 战国时代, пиньин: Zhànguó Shídài, палл.: Чжаньго шидай) (ҡытайса 戰國時代|战国时代 пинь-инь йәки романлаштырыу — Zhànguó Shídài паллада. Чжаньго шидать) — Ҡытай тарихының б. э. т. V быуаттан алып б. э. т. 221 йылда императоры Цинь Шихуанди Ҡытайҙы берләштергәнгә тиклемге осоро. Ул Яҙ һәм Көҙ (Чуньцю) осорҙарынан һуң килә һәм, Чжоу династияһы б. э. т. 256 йылда, Цинь империяһы төҙөлөрҙән 35 йыл алда һәм был осор тамамланғанға тиклем, йәшәүҙән туҡтаһа ла, Көнсығыш Чжоу династияһы хакимлығының өлөшө һанала.
Һуғышыусы батшалыҡтар осоро | |
Кем хөрмәтенә аталған | Чжаньго цэ[d] |
---|---|
Урын | Ҡытай цивилизацияһы[d] |
Алдағы | Яҙҙар Һәм Көҙҙәр дәүере |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Цинь (династия) |
Башланыу датаһы | б. э. т. 476 |
Тамамланыу датаһы | б. э. т. 221 |
Һуғышыусы батшалыҡтар осоро Викимилектә |
Был осор, беренсе сиратта, «Һуғышыусы батшалыҡтар стратегияһының» («Стратегии сражающихся царств») һуңыраҡ яҙылған хроникаһында тасуирлана (ҡытай 戰國策|战国策 пиньинь Zhàn Guó Cè паллада транскрипция системаһы — ҡытай телендәге яҙыуҙы кириллицала биреү — Чжаньгоцэ). Хроникалар Цзочжуан кеүек бик ентекле түгел, шуға күрә был осор тураһында Яҙҙар һәм Көҙҙәргә ҡарағанда аҙыраҡ билдәле.
Әгәр элекке осорҙа батшалыҡтар Чжоу йортоноң формаль хакимлығын танып, «цивилизациялы илдәрҙе» (башында Чжоу йорто тора) «варварвар» мөхитенән яҡлап сығыш яһаһаһа, был осорҙа Чжоу үҙәк батшалығының йоғонтоһо шул тиклем кәмегән, хатта иғтибарҙан ситтә ҡала башлаған.
Чжаньго осоро башланыуға ҡарата тарихсылар араһында ике фекер бар. Берәүҙәр Чуньцю һәм Цзочжуань йылъяҙмаларыныың туҡталыуы Конфуция вафат булғандан һуң — б. э. т. яҡынса 475 йыл, икенселәре б. э. т. 403 йылдан алып, көслө Цзинь батшалығының тулыһынса өс өлөшкә — Хань, Чжао и Вэй — тарҡалыуы осорона тура килә.
Чжаньго осоронда ҙур батшалыҡтар бәләкәй батшаларҙы яулап алған, күләмдәре ҙурайып, үҙенең хакимы (һуңыраҡ — ван) тирәләй Чжоу һарайындағына оҡшатып формалашҡан. Әгәр ҙә Чуньцю йәғни Яҙҙар һәм Көҙҙәр осоронда боронғо кәм тигәндә 148 дәүләт иҫәпләнһә, Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда күп йылдар буйына алып барылған баҫып алынған һуғыштарынан һуң, улар ун тапҡырға кәмерәк ҡалған. Улар араһында «ете иң көслө» айырылып торған (ҡыт. ғәҙәти 戰國七雄, ябайл. 战国七雄, пиньин: Zhànguó Qīxióng, палл.: Чжаньго цисюн), ете гегемон: Чу (楚), Хань (韩), Ци (齐), Цинь (秦), Вэй (魏), Янь (燕), Чжао (赵). Башҡа батшалыҡтарҙан иң көслөләре Шу, Сун, Юэ булған. Ете батшалыҡ хакимы б. э. т. 335 й. һуң, үҙҙәренә элекке гун (公, кенәз) титулы урынына ван (王, батша) титулын үҙләштергән, шул арҡала Чжоу батшалығы ваны хатта номиналь рәүештә элекке власын һәм йоғонтоһон юғалтҡан.
Чжаньго осоро социаль, сәйәси һәм иҡтисади өлкәләрҙә киҫкен үҙгәрештәр, ошоға реакция булараҡ, фекерләү традицияһының көслө шартлауы менән характерлана. Төп үҙгәрештәр араһында урбанизация кимәленең артыуын, тимер эш ҡоралдарының барлыҡҡа килеүен һәм индерелеүен, һөҙөмтәлә, крәҫтиәндәрҙең һәм һөнәрселәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеге артыуын, армия структураһындағы үҙгәрештәрҙе — һуғыш арбаларына һәм ҙур булмаған батша дружинаһына эйә аристократияны рекруттарҙан йәки күп кешенән торған ҙур армиялар менән алмаштырыуҙы билдәләргә кәрәк. Был үҙгәрештәр, үҙ сиратында, күләмлерәк алыштарға һәм ҡорбандарға, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең үҫешенә һәм баҙарҙарҙың барлыҡҡа килеүенә, элек аҙ үҙләштерелгән төбәктәрҙә халыҡтың күбәйеүенә һәм күп һанлы эре масштаблы һуғыштар һәм алыштарҙа сағылған бик киҫкен сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа килтерә (мәҫәлән, б. э. т. 260 йылда Чанпин эргәһендәге һуғыш).
Философия мәктәптәре араһында был осорҙағы төп ағымдар: конфуцианлыҡ (төп вәкилдәре — Мэн-цзы һәм Сюнь-цзы), моизм (Мо-цзы), легизм (Шан Ян, Хань Фэй, Ли Сы), даосизм, инь ян цзя (натурфилософтар мәктәбе), бин-цзя (хәрбиҙәр мәктәбе), нун-цзя (игенселәләр мәктәбе).