1812 йылғы Ватан һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
1812 йылғы Ватан һуғышы — Рәсәй империяһы[П 7] (франц. Сampagne de Russie pendant l'année 1812[П 8]) һәм Француз империяһының 1812 йылда Рәсәй территорияһында барған һуғышы, Рәсәй халыҡтарының Наполеон Францияһына ҡаршы азатлыҡ һуғышы.
1812 йылғы Ватан һуғышы | |
Урын | Рәсәй империяһы |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 14 декабрь 1812 |
Башланыу датаһы | 24 июнь 1812 |
Тамамланыу датаһы | 14 декабрь 1812 |
Ҡатнашыусылар | Рәсәй империяһы һәм Первая французская империя[d] |
Порядок битвы | Order of battle of the French invasion of Russia[d] һәм Q3355543? |
1812 йылғы Ватан һуғышы Викимилектә |
1812 йылдағы Ватан һуғышы | |||
Төп конфликт: Наполеон һуғыштары | |||
Дата |
12 (24) июнь — 14 (26) декабрь 1812 года | ||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Рәсәй еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
1812 йылғы Ватан һуғышы Викимилектә | |||
Һуғыштың сәбәбе булып, Рәсәйҙең Бөйөк Британия һәм Ирландия берләшкән короллегенә ҡаршы Наполеон тәҡдим иткән блокадаһын хупламауында, шулай уҡ Наполеондың европа дәүләттәре менән, Рәсәй мәнфәғәттәре менән иҫпләмәшмәй, алып барған сәйәсәте.
Һуғыштың беренсе этабында (1812 йылдың июненән сентябренә тиклем) урыҫ армияһы, һуғыша-алыша, Рәсәй империяһы сиктәренән Мәскәүгә сигенгән, һәм Мәскәү ваҡиғалары алдынан Бородино ҡаты алышы пәйҙә булған.
Һуғыштың икенсе этабында (1812 йылдың октябренән декабренә тиклем) наполеон армияһы, һуғыш бөлгөнлөгө барып етмәгән урындарҙа ҡышҡы фатирҙарға урынлашып, көс йыймаҡсы булып, башта хәйләләшергә маневрировала маташҡан, ә һуңғараҡ урыҫ армияһы, аслыҡ, ҡыш һыуығы эҙәрлекләүенән ҡасып, кире сигенгән.
Һуғыш Наполеондың Бөйөк армияһының тулыһынса тиерлек тар-мар ителеүе, Рәсәй территорияһының азат ителеүе, һуғыш хәрәкәттәренең 1813 йылда Варшава герцоглығы һәм Германия биләмәләренә күсерелеүе менән тамамланған. Наполеонармияһының еңелеү сәбәптәре араһында, рәсәй тарихсыһы билдәләгәнсә, Н. Троицкий һуғышта бөтөн халыҡ ҡатнашыуын һәм армияның ҡаһарманлығын атап киткән, француз армияһының Рәсәйҙең ҙур биләмәләрендә һәм ҡырыҫ тәбиғәт-климат шарттарында һуғышырға әҙер булмағанлығында күргән, баш командующий Михаил Илларионович Кутузов һәм башҡа генералдарҙың полководец һәләттәрендә, тип билдәләгән.