Болғарҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Болға́рҙар (булғарҙар, лат. bulgares, грек. βούλγαροι) — төрки ҡәбиләләр берләшмәһе[1]. IV быуаттан Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яры буйынан Каспийға һәм Төньяҡ Кавказға тиклем далаларҙы биләй, VII быуаттың 2-се яртыһында өлөшләтә Дунай буйына, һуңыраҡ Волганың урта ағымы буйына һәм башҡа региондарға күсенә.
Хәҙерге славян халҡы — болгарҙар менән бутамаҫҡа
Артабанғы хәҙерге халыҡтарҙың этногенезында ҡатнашалар: балҡарҙар, башҡорттар, болгарҙар, ҡарасайҙар, македондар, сыуаштар, татарҙар[2][3]. Болгария дәүләтенең исеме ошо ҡәбиләләр берләшмәһенән барлыҡҡа килгән.