УЕФА
From Wikipedia, the free encyclopedia
Европа футбол ассоциациялары союзы (рус. Сою́з европе́йских футбо́льных ассоциа́ций; ингл. Union of European Football Associations, ҡыҫҡаса UEFA, русса транслитерацияла УЕФА) — Европала һәм Азияның ҡайһы бер көнбайыш төбәктәрендә футбол менән идара итеүсе спорт ойошмаһы. Ул Европа илдәренең милли футбол ассоциацияларын берләштерә һәм футбол клубтарының һәм илдәр йыйылма командаларының Европа кимәлендәге барлыҡ ярыштарын ойоштора. УЕФА шулай уҡ реклама һәм трансляцияларҙан алынған килемде үҙ составына ингән клубтар һәм милли футбол ассоциациялары араһында бүлеп-таратыу менән дә шөғөлләнә.
УЕФА | |
УЕФА картаһы | |
Ағза |
55 милли футбол ассоциацияһы |
---|---|
Штаб-квартира | |
Ойошма төрө |
Спорт федерацияһы |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Президент | |
Генеральный секретарь | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән |
15 июнь 1954 йыл |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт |
www.uefa.com |
УЕФА Викимилектә | |
УЕФА — Халыҡ-ара футбол федерацияһына (ФИФА-ға) ингән алты континенталь конфедерацияларҙың береһе, һәм ул айырыуса абруйлы һәм бай. Донъяның көслө футболсыларының барыһы ла тиерлек Европала уйнай, сөнки бында эш хаҡы иң юғарыһы, был йәһәттән бигерәк тә Англияның Премьер-лигаһын, Францияның, Италияның һәм Германияның футбол буйынса чемпионаттарын, Испанияның Ла Лигаһын айырым билдәләргә кәрәк[1]. Донъяның күп кенә көслө йыйылма командалары ла шулай уҡ УЕФА исеме менән сығыш яһай, шуға ла планета беренселектәрендә был конфедерацияға ингән илдәр күпселекте тәшкил итеп килә, мәҫәлән, футбол буйынса 2006 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашҡан 32 команданың 14-е УЕФА вәкиле була.
УЕФА Швейцарияның Базель ҡалаһында Франция, Италия һәм Бельгияның футбол федерациялары башлаған кәңәшмәнән һуң 1954 йылдың 15 июнендә ойошторола. Башта унда 25 дәүләт ағза булһа, хәҙер уларҙың һаны 55-кә еткән. УЕФА-ның 1959 йылға тиклем Парижда урынлашҡан штаб-квартираһы артабан Бернға күсә. 1995 йылдан ул Швейцарияның баш ҡалаһы Женеваның ошо исемдәге күлдең төньяғындағы биҫтәһе Ньонда эшләй. УЕФА-ның беренсе генераль секретары Анри Делоне (1954—1955 йылдар), уның тәүге президенты Эббе Шварц (1954—1962 йылдар) була.
УЕФА йыш ҡына Европа берлегенең юғары башҡарма органы булған һәм милли футбол ассоциациялары мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Еврокомиссия менән бәхәскә инә. 1990-сы йылдарҙа уны тыуҙырыусы айырымлыҡтар телетрансляция хоҡуҡтары менән бәйле була.