Урта Азия
Географик төшөнсә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Урта Азия (ҡаҙ. Орта Азия, ҡарағалп. Orta Aziya, ҡырғ. Орто Азия, фарс. آسیای میانه; таж. Осиёи Миёна, төркм. Оrta Aziýa, үзб. Oʻrta Osiyo) — Азияның көнбайышындағы Евразия төбәгендәге тарихи-географик регионы.
Урта Азия — географик төшөнсә, ул уҙған быуат революцияһына тиклем урыҫтыҡы тип аталған Көнбайыш Төркөстанға ҡарата ҡулланылған. Шуның сиктәрендә совет осоронда дүрт союздаш республика — Үзбәк ССР-ы, Ҡырғыҙ ССР-ы, Тажик ССР-ы, Төркмән ССР-ы төҙөлә, улар СССР-ҙың Урта Азия иҡтисади районына инә. Совет осоронан һуң был регионда Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан бойондороҡһоҙ дәүләттәре иғлан ителде. 1992 йылда Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев Урта Азия дәүләттәренең «Урта Азия һәм Ҡаҙағстан» саммитында, ошо регионда ҡоролған советтан һуңғы дәүләттәр биләмәһен «Үҙәк Азия» тип атауға күсергә тәҡдим яһаны. «Үҙәк Азия» атамаһы киң мәғлүмәт сараларында хәҙер ярайһы йыш ҡулланыла, әммә география күҙлегенән Үҙәк Азия — күпкә киңерәк регион, ул Урта Азия һәм Ҡаҙағстандан тыш, Монголияны, Ҡытайҙың көнбайышын һәм Көньяҡ Себерҙе үҙ эсенә ала; ЮНЕСКО ла ошо уҡ фекерҙә.
Физик география һәм климатологияға бәйле уның составына Устюрт яйлаһы, Туран уйһыулығы һәм өлөшләтә: Копетдаг, Памиро-Алай, Тянь-Шань, Жуңғар Алатауы, Саур һәм Тарбағатай тауҙары инә.