Антонио Сальери
From Wikipedia, the free encyclopedia
Анто́нио Салье́ри (итал. Antonio Salieri, 18 август 1750 йыл , Леньяго, Венеция республикаһы — 7 май 1825 йыл, Вена) — Италия һәм Австрия композиторы, дирижёр һәм педагог.
Антонио Сальери Antonio Salieri | ||
Төп мәғлүмәт | ||
---|---|---|
Тыуған |
18 август 1750({{padleft:1750|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) | |
Тыуған урыны |
Леньяго, Венеция республикаһы | |
Үлгән |
7 май 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (74 йәш) | |
Үлгән урыны | ||
Ил | ||
Һөнәрҙәре |
композитор, дирижёр, музыкаль педагог | |
Жанрҙар |
опера, дини музыка, камерный музыка | |
Наградалар |
| |
Автограф | ||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||
К. В. Глюктың шәкерте, 40-тан ашыу опера, күп һанлы инструменталь һәм вокаль-инструменталь әҫәрҙәр авторы Сальери үҙ заманында иң билдәле һәм танылған композиторҙарҙың береһе, бик абруйлы педагог була: уның уҡыусылары араһында — Л. ван Бетховен, Ф. Шуберт һәм Ф. Лист. Сальери Венала 36 йыл буйы (1788—1824) һарай капельмейстеры вазифаһын — Европала музыка өлкәһендәге иң мөһим постарҙың береһен — биләй[1][2].
Антонио Сальериҙың В. А. Моцарт үлеменә ҡатнашлығы тураһындағы ғәйбәт уға һалынған ҡара мөһөргә әйләнә, был миф, даими кире ҡағыуҙарға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер илдәрҙә нигеҙҙә А. С. Пушкиндың «Кескәй трагедияһы» арҡаһында тарала[3][4]. 1997 йылда суд уның коллегаһы үлемендә ғәйебе юҡлығын рәсми раҫланы[5].