Гилгәмеш эпосы
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Гилгәмеш хаҡында дастаны» йәки «Барыһын да үткәргән тураһында» поэма (ак. ša nagba imuru) — донъяның һаҡланып ҡалған иң боронғо әҙәби әҫәрҙәренең береһе, шына яҙыуы менән яҙылған иң ҙур әҫәр. Боронғо Көнсығыш әҙәбиәтенең иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе. «Эпос» б. э. т. XVIII—XVII быуаттарҙан башлап мең ярым йыл дауамында шумер хикәйәттәре нигеҙендә аккад телендә ижад ителгән. Уның иң тулы версияһы XIX быуат уртаһында Ниневияла Ашшурбанипал батшаның шына яҙыулы әҫәрҙәр китапханаһында ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған. батша Ул 12 алты колонналы табличкаларҙа ваҡ шына яҙыу менән яҙылған, үҙ эсенә 3 мең тирәһе шиғырҙы ала һәм б. э. т. VII быуат осоро менән билдәләнгән. Шулай уҡ XX быуатта эпостың башҡа, шул иҫәптән, хуррит һәм хет телдәрендә, фрагменттары табыла.
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Эпостың төп геройҙары булып Гилгәмеш һәм шулай уҡ айырым йырҙары шумер телендә килеп еткән Энкиду, уларҙың ҡайһы береһе б. э. т. III мең йыллыҡтың тәүге яртыһы аҙағында булдырылған. Геройҙарҙың дошманы бер үк — изге кедрҙарҙы һаҡлаусы Хумбаба (Хувава). Уларҙың батырлығын шумер йырҙарында шумер исемдәрен, ә Гилгәмеш хаҡындағы эпоста — аккад. исемдәрен йөрөткән аллалар күҙәтә. Әммә шумер йырҙарында аккад шағиры тапҡан бәйләүсе үҙәк юҡ. Аккад Гилгәмешенең характер көсө, уның күңеленең бөйөклөгө — тышҡы күренештә түгел, ә Энкиду исемле кеше менән мөнәсәбәттәрендә. «Гилгәмеш тураһындағы эпос» — тышҡы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам иткән генә түгел, ә үҙгәртеүсе һәм күркәмләндереүсе дуҫлыҡ гимны.
Шул уҡ ваҡытта эпоста тирә-яҡ донъяға ул саҡтағы күп философик ҡараштарҙы (космогония элементтары, һуңғы редакцияһындағы «Оло ташҡын» тураһындағы тарих), этика, кешенең тотҡан урыны һәм яҙмышы (үлемһеҙлек эҙләү) сағылдыра. Күп йәһәттән «Гилгәмеш тураһында эпос»ты унан мең йылға кесерәк булған Гомер әҫәрҙәре — «Илиада» һәм «Одиссея» менән сағыштыралар.