Сәсәниҙәр дәүләте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәсәниҙәр дәүләте (пехл. [Ērānšahr] (Эраншахр) — «Иран (арийҙар) дәүләте»; фарс. شاهنشاهی ساسانیانشاهنشاهی ساسانیانфарс. شاهنشاهی ساسانیان [šāhanšāhije sɒsɒnijɒn]) — хәҙерге Ираҡ һәм Иран ерендә парфяндарҙың Аршакиҙар династияһы ҡолатылып, власҡа фарсы династияһы — Сәсәниҙәр килеү менән ойошторолған дәүләт. Ул 224—651 йылдарҙа тора. Ҡайһы берҙә Сәсәниҙәр дәүләтенә ҡарата империя термины ҡулланыла[1].
Сәсәниҙәр дәүләте | |||||
| |||||
224 — 652
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала |
Истахр (224—226) | ||||
Телдәр |
урта фарсы, арамей (лингва-франка) | ||||
Дин |
зороастризм, шулай уҡ христианлыҡ, манихейлыҡ, митраизм | ||||
Халҡы |
40,000,000 (иран халыҡтары, ғәрәптәр, әрмәндәр, ассирийҙар, йәһүдтәр, ивер, Кавказ албандары, курдтар | ||||
Династия | |||||
Преемственность | |||||
Сәсәниҙәр дәүләте Викимилектә | |||||
Сәсәниҙәр династияһына Ардашир I Папакан тарафынан Аршаки династияһы вәкиле Артабан V парфян батшаһын (фарс. اردواناردوانфарс. اردوان Ardavan) еңгәндән һуң нигеҙ һалына. Һуңғы сәсәниҙәр шаһиншаһы (батшаларҙың батшаһы) Йәҙегәр III (632—651) була. Ул 14 йыл буйы Ғәрәп хәлифәтенә ҡаршы барған һуғышта еңелә.
III быуат аҙағында — IV быуат башында империяның бер нисә көнсығыш өлкәһе айырымлана. Әммә Шапур II (309—379 йй) хакимлығы мәлендә улар ҡабаттан ҡайтарыла. 387 йылдағы килешеү буйынса сәсәниҙәргә Месопотамияның райондарыһәм Әрмән батшалығының ҙур өлөшө күсә.
V быуатта Әрмәнстан, Кавказ Албанияһы һәм Иберия династияларының батшалары Сәсәниҙәрҙең башлығы булып тора. V быуаттың икенсе яртыһында Кавказ аръяғы, 571—572 йылдан — Әрмәнстанда ихтилалдар була. Маздакиҙар хәрәкәте барлыҡҡа килгәндән һуң V быуат аҙағында идара итеү системаһында, социаль-сәйәси структурала һәм мәҙәниәттә тәрән үҙгәрештәр була.
Хөсрәү I Ануширван Төрки ҡағаны туғаны менән никахлашҡас, империя ныҡ үҫешә (531—579 йылдар). Хөсрәү I хакимлығы мәлендә юғары ҡатлам вәкилдәренең бер өлөшө дәүләттән һәм батшанан иҡтисади бәйле була, шулай уҡ бюрократик аппарат һәм чиновниктарҙың әһәмиәте арта. VI быуатта Византия менән уңышлы һәм уңышһыҙ һуғыштар була. 558—568 йылда Төрки ҡағанаты эфталиттарҙы ҡыйратҡас, Афғанстан һәм Урта Азияның ҡайһы бер өлкәләре ҡағанатҡа яһаҡ түләү бурысы менән Сәсәниҙәр дәүләтенә инә. 570 йылдарҙа Йәмән бойһондорола. 589-сы йылдарҙа дәүләткә ябырылған төркиҙәр тар-мар ителә. Византия менән оҙайлы һуғыш дәүләттең матди ресурстарын ярлыландыра. Был хәл һәм шулай уҡ һалымдарҙың ҡырҡа арттырылыуы сәсәниҙәр дәүләтенең сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен ҡаҡшата. VII быуатта ислам дине инә[2].
Хөсрәү II Парвиз (Абарвез, Апарвез, 591—628 йылдар) — Ануширвана Хөсрәү I Ануширвандың ейәне, Ормизда IV улы. Уның хакимлығы мәлендә Сәсәниҙәр дәүләтенең сиктәре ваҡытлыса булһа ла киңәйә. Шул саҡта империя хәҙерге Иран, Ираҡ, Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, хәҙерге Төркиәнең көнсығышы һәм хәҙерге Һиндостан, Сүриә, Пакистандың өлөштәре инә; сәсәниҙәр дәүләте өлөшләтә Кавказ, Үҙәк Азия, Ғәрәбстан ярымутрауы, Мысыр, Иордания һәм Израиль ерҙәрен баҫып ала. Һөҙөмтәлә, Сәсәниҙәр Ираны (ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла) Әһәмәниҙәр дәүләтенә тиклем киңәйә.
628—632 йылдарҙа 10 батша алышына. Йәҙегер III осоронда VII быуат уртаһында Сәсәниҙәр империяһын Ғәрәп хәлифәлеге йота.