Габсбургтар монархияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Габсбургтар монархияһы, Габсбургтар империяһы йәки Австрия монархияһы — Габсбургтарҙың Австрия тармағы хакимлығы аҫтындағы йыйылма территорияларының рәсми рәүештә атамаһы. Ғәҙәттә 1526 йылдан башланған дәүергә ҡарата файҙалана, нәҡ ошо ваҡытта Фердинанд I үҙенең биләмәләренә Чехия тажы ерҙәрен һәм Венгрияны ҡуша. Был дәүер 1804 йылда Австрия империяһы ойошторолғанға тиклем бара. «Габсбургтар монархияһы» термины 1276 йылдан башланған осорға ҡарата (Австрияның Габсбургтар хакимлығы аҫтына күсеү ваҡыты) 1918 йылға тиклем (Австро — Венгрияның емерелеүе) киңерәк мәғәнәлә лә ҡуллана ала. 1804 йылға тиклем Габсбургтар хакимлығы аҫтындағы территорияларҙың рәсми рәүештә берҙәм исеме булмай.
Австрия тарихы | |
Тарихҡа тиклем Австрия |
Габсбургтар империяһы атамаһы шулай уҡ Испания, Испания Нидерландтары, Франш — Конте, Ломбардия, Неаполитан короллеге, Сицилия, Сардиния һәм Испанияның Америка биләмәләрен үҙ эсенә алған Изге Рим империяһы императоры Карл V Габсбургтың хакимлығы аҫтындағы дәүләт берәмектәренең йыйылмаһын билдәләү өсөн дә киң ҡулланыла.