Ганг
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ганг[1] (һинд गंगा, gaṅgā IAST, [ˈɡəŋɡaː] (i), Ганга[2]; ингл. Ganges) — Көньяҡ Азияның иң тулы һыулы йылғаларҙың (Амазонка менән Конгонан ҡалышып 3-сө урында) береһе һәм оҙон йылғаларның береһе(2700 км). Көнбайыш Гималай тауҙары буйлап Уттаракханд штатындағы Боҙло Ганготридандан башланып, Һиндостандың төньяғындағы Һинд-Ганг тигеҙлеген киҫеп үтеп, көньяҡ-көнсығышҡа аға һәм Брахмапутра һәм Мегхна йылғалары мелән бергә Ганга-Брахмапутра дельтаһын (башлыса Бангладеш биләмәһендә) барлыҡҡа килтереп, Бенгал ҡултығына ҡоя, уның бер өлөшө Сундарбан урмандары менән ҡапланған. Йылға бассейны мәйҙаны — 1 060 000 км²[3][4].
Ганг | |
---|---|
хинди गंगा, бенг. গঙ্গা, ингл. Ganges | |
Утренний туман над Гангом в штате Уттаракханд | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2700 км |
Бассейн | 1 060 000 км² |
Һыу сығымы | 12 000 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше (B) | ҡушылған йылғалар: Бхагиратхи менән Алакнанда |
· Бейеклеге | 449 м |
· Координаталар | 30°08′42″ с. ш. 78°35′51″ в. д._type:river&title=%D0%93%D0%B0%D0%BD%D0%B3%2C+%D0%B8%D0%BD%D0%B5%D1%88 HGЯO |
Тамағы (B) | Бенгал ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 22°04′49″ с. ш. 90°50′01″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | Һиндостан, Бангладеш |
Ганг Викимилектә |
Индуизм мифологияһында Ганг — күктән ергә төшкән йылға. Борон-борондан индуисттар өсөн изге йылга булып һанала. Индуисттар йылғаға хаж ҡылалар, бигрәк тә уның сығанаҡтары һәм Харидвар, Варанаси һәм Аллахабад ҡалалары (Джамна аҙашҡан урын) изге һанала. Уның ярҙарында кремацияләр үткәрәләр, үлгән индуистың көлө һыуҙа тарала һәм ритуаль йыуыныуҙар башҡарыла.
Һуғарыу өсөн йылға һыуы файҙланыла. 1 млн км² артыҡ майҙанлы Ганг бассейны — Ерҙә халыҡ һаны буйынса иң тығыҙ райондарҙың береһе. Йылғала суднолар йөрөү бер аҙ ҡатмарланды, хәҙер йылға тамағынан Канпур ҡалаһына тиклем яҫы төплө кәмәләрҙә генә мөмкин.
Ганг йылғаһы — Бангладештың һәм Һиндостандың төньяҡ-көнсығыш штаттарының төп һыу артерияһы булып тора, йыш ҡына бөтә ил символы булараҡ ҡарала. Һиндостандың беренсе премьер-министры Джавахарлал Неру үҙенең «Һиндостанды асҡанда» тигән классик хеҙмәтендә 1946 йылда былай тип яҙган:
Ганг Һиндостандың башҡа йылғаларына ҡарағанда күберәк уның йөрәгенә яҡын булған һәм үҙ ярҙарына боронғо замандарҙа уҡ йәшәгән миллиондарса кешеләрҙе йәлеп иткән. Ганг тарихы, инешенән алып диңгеҙгә тиклем, борон замандан беҙҙең көндәргә тиклем, Һиндостандың цивилизацияһы һәм мәҙәниәте, империяларҙың барлыҡҡа килеүе һәм емерелеүе, ҙур һәм ғорур ҡалалар, кеше мажараларының тарихы булып тора…
Оригинал текст (инг.)The Ganges, above all is the river of India, which has held India's heart captive and drawn uncounted millions to her banks since the dawn of history. The story of the Ganges, from her source to the sea, from old times to new, is the story of India's civilization and culture, of the rise and fall of empires, of great and proud cities, of adventures of man…[5]