Ете гүзәл (Низами)
фарсы шағиры Низами Гәнжәүиҙең поэмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Һафт пәйкәр) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән[1]. Поэма «Ете көмбәҙ» тигән исем менән дә билдәле[2].
Ете гүзәл | |
фарс. هفت پیکر | |
| |
Жанр |
поэма |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
фарсы |
Ижат ителгән ваҡыты |
1197 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1832 (өҙөк) |
Нәшриәт |
Arthur Probsthain & Co, Лондон |
Тәүҙәрәк килеүсе |
«Ләйлә менән Мәжнүн» |
Ҙуңыраҡ килеүсе |
«Искәндәрнамә» |
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.