Рәсәй Фәндәр академияһы
Рәсәйҙең төп фәнни учреждениеһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Другие значения термина
«Рәсәй Фәндәр академияһы» ФДБУ-һы (РФА) | |
Халыҡ-ара исеме |
Russian Academy of Sciences |
---|---|
Элекке исеме |
Рәсәй фәндәр академияһы (1917—1925) |
Нигеҙләнгән йылы |
1724 |
Үҙгәртеп ҡоролған |
Рәсәй медицина фәндәре академияһы (РАМН) һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияларының ҡушылы (РАСХН) |
Үҙгәртеп ҡоролған йылы |
2013 |
Тип |
Дәүләт фәндәр академияһы |
Президент |
Красников Геннадий Яковлевич |
Академиктар |
819 |
Ағза-корреспонденттар |
1081 |
Урынлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү |
Юридик адрес |
119991, Мәскәү, Ленин проспекты, 14 |
Сайт | |
Наградалар | |
Рәсәй Фәндәр академияһы Викимилектә | |
Рәсәй Фәндәр академияһы («Рәсәй Фәндәр академияһы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы[1], ҡыҫҡартылған формаһы РФА) — Рәсәй Федерацияһының дәүләт фәндәр академияһы, илдең иң ҙур фундаменталь тикшеренеүҙәр үҙәге. Рәсәй Фәндәр академияһы эшмәкәрлегенең төп маҡсаты булып тәбиғәт, йәмғиәт, кеше үҫеше закондары тураһында яңы белем алыуға йүнәлтелгән һәм Рәсәйҙең технологик, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешенә булышлыҡ иткән тәбиғи, техник, гуманитар һәм йәмәғәт фәндәре проблемалары буйынса фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреүҙе ойоштороу һәм үткәреү тора[2]. Рәсәй Фәндәр академияһы илдең именлеге хаҡына ғилми ижад азатлығын тәьмин итеүҙең мөһим миссияһын башҡарырға тейеш[3]. Рәсәйҙең юғары ғилми ойошмаһы булараҡ, Рәсәй Фәндәр академияһы федераль бюджет средстволары иҫәбенә ғилми ойошмалар һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениелары тарафынан башҡарылған фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе координациялауҙа ҡатнаша.
Рәсәй дәүләт фәндәр академиялары системаһын реформалаштырыу (2013—2018) барышында, 2013 йылдың сентябрендә Рәсәй Фәндәр академияһына башҡа ике академия — Рәсәй медицина фәндәре академияһы (РАМН) һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы (РАСХН) ҡушыла[4]. Бөгөнгө көнгә, элекке Рәсәй медицина фәндәре академияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы ағзаларын иҫәпкә алып, Рәсәй Фәндәр академияһында 1900 ағза[5] ғалимдар, уларҙың 819-е — академик (шул иҫәптән 49 ҡатын-ҡыҙ) һәм 1081 ағза-корреспондент (шул иҫәптән 127 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә[6]. Бынан тыш, ~440 сит ил ғалимы хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы булып тора.
Рәсәй Фәндәр академияһында һуңғы һайлау 2022 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы[7].
Рәсәй медицина фәндәре академияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы ҡушылғанға тиклем ошо академия ҡарамағындағы учреждениелар иҫәбенә 653 ғилми ойошма ингән[8]; Рәсәй Фәндәр академияһы системаһында эшләүселәрҙең дөйөм һаны[9] 2011 йылдың аҙағына 116 322 кеше тәшкил итте, шуларҙың 48 315-е — ғилми хеҙмәткәр. Алда телгә алынған реформа һөҙөмтәһендә Рәсәй Фәндәр академияһы учреждениелары, шулай уҡ уға ҡушылған Рәсәй Медицина фәндәре академияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы юрисдикцияһына күсте.
2018 йылдың майында Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы бөтөрөлдө, ә уның идара итеү функциялары Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығына тапшырылды[10].
Әлеге Рәсәй Фәндәр академияһы 1917 йылдан 1925 йылға тиклемге осорҙа — үҙ сиратында, Петербург фәндәр академияһының вариҫы булған — һәм 1925 йылда СССР Фәндәр академияһына үҙгәртелгән — Рәсәй Фәндәр академияһын тергеҙеү булып тора. СССР тарҡалғандан һуң һуңғы статус Рәсәй фәндәр академияһына күсә, ә СССР Фәндәр академияһы ағзаларына Рәсәй Фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы һәм ағза-корреспонденты исемдәре бирелә. Хәҙерге Рәсәй фәндәр академияһы СССР Фәндәр академияһының хоҡуҡи вариҫы булып тора[11].
Рәсәй Фәндәр академияһы федераль дәүләт бюджет учреждениеһының юридик статусына эйә[12]. Физик, академик Геннадий Яковлевич Красников — 2022 йылдың 20 сентябренән Рәсәй Фәндәр академияһы башлығы[13]. Ҡалып:TOClimit