Амударъя
From Wikipedia, the free encyclopedia
Амударъя́ (иҫк. Аму-Даръя) (таж. Амударё, үзб. Amudaryo, төркм. Amyderýa, фарс. آمودریا «Аму» — Амуль тарихи ҡала исеменән һәм таж. Дарё — «йылға»; икенсе исеме: грек. «Oxos», латин. «Oxus», ғәрәп теленән «Джейхун»[1]) — Урта Азиялағы йылға.
Амударъя | |
---|---|
таж. Амударё, үзб. Amudaryo, tk Amyderýa | |
Амударъя аша Тажикстан һәм Афғанстанды тоташтырыусы күпер | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2400 км |
Бассейн | 309 000 км² |
Һыу сығымы | 2000 м³/с (Атаморат ҡалаһы янында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Пәндж менән Вәхш |
· Урынлашыуы | Памир таулы крайы |
· Координаталар | 37°06′21″ с. ш. 68°18′22″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ҙур Арал диңгеҙе |
· Координаталар | 44°06′30″ с. ш. 59°40′52″ в. д._type:river&title=%D0%90%D0%BC%D1%83%D0%B4%D0%B0%D1%80%D1%8A%D1%8F%2C+%D1%83%D1%81%D1%82%D1%8C%D0%B5 HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Арал диңгеҙе |
Илдәр | Афғанстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан |
Амударъя Викимилектә |
Оҙонлоғо 1415 км, бассейн майҙаны 309 мең км² (Атаморат ҡалаһына тиклем).
Пәнж һәм Вәхш йылғалары ҡушылып, Арал диңгеҙенә ҡоя, ул ерҙә дельта бар. Урта ағымда Амударъяға өс ҙур уң ҡушылдыҡ ҡоя (Кафирниган, Сурхандаръя, Шерабад), бер һул ҡушылдыҡ (Ҡондоҙ). Һуңынан Арал диңгеҙенә тиклем бер йылға ла ҡушылмай.
Йылға ирегән ҡар, боҙ һыуынан туҡлана. Атамораттан Нүкискә тиклем тигеҙлек аша ағып, Амударъя улаҡ һыуын парға, инфильтрацияға, дымландырыуға юғалта. Амударъя һыу болғансығы буйынса Үҙәк Азияла беренсе урындарҙың береһен ала. Амударъяның улағы Тажикстанда (80 %), өлөшләтә Төньяҡ Афғанстанда барлыҡҡа килә. Һуңынан Афғанстан менән Үзбәкстан сиктәре аша үтеп, Төрөкмәнстан аша ағып, кире Үзбәкстан аша Арал диңгеҙенә ҡоя. Хәҙерге ваҡытта йылға һыуы дымландырыуға киткәс, Арал диңгеҙенә тиклем барып етмәй, был диңгеҙҙең һайлыҡлана барыуҙың төп сәбәбе.
Атаморат ҡалаһы эргәһендә уртаса һыу ҡулланыу кимәле 2000 м³/с тирәһе. Иң ҙур каналдар: Ҡараҡом, Аму-Бохар, һ.б.