Йорт ҡоштары
ҡулға эйәләштерелгәндәр ҡоштар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йорт ҡоштары (ингл. poultry) — ҡулға эйәләштерелгәндәр ҡоштар. Улар кешеләр тарафынан декоратив, шулай уҡ ауыл хужалығы маҡсаттарында — ит, йомортҡа, ҡауырһын алыу өсөн үрсетелә.
Был ҡоштар, ҡағиҙә булараҡ, Galloanserae кладаһына (клада — отряд (биология)) һәм Galliformes (тауыҡ һымаҡтар) отрядына ҡарай; һуңғыһына тауыҡ, бүҙәнә, күркә һәм мысыр тауығы, шулай уҡ тауис һәм ҡырғауыл инә.
Йорт ҡоштары категорияһына өйрәктәр, мускус өйрәктәре, йорт ҡаҙҙары, күгәрсендәр, Африка дөйәғоштары ҡарай. Ләкин спорт ҡыҙыҡһыныуы йәки аҙыҡ итеп ҡулланыу өсөн һунар иткән, кейек тип йөрөтөлгән ҡырағай ҡоштарҙы үҙ эсенә алмай. Инглиз һүҙе «poultry» сығышы менән француз телендәге «poule» (тауыҡ) һүҙенә барып тоташа. Ул үҙе латинса "pullum"дан килеп сыҡҡан, йәғни «себеш» тигәнде аңлата.